ҒӘҘЕЛШИН Хәмит Ғабдулла улы [10.7.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Айыт а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 10.1.1999, Бишкәк], элемтәсе, полковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. С.М.Будённый ис. Хәрби элемтә акад. тамамлаған (Ленинград, 1952). 1941 й. алып Совет Армияһында. Окт. башлап Кавказ аръяғы, Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 46‑сы армия 31‑се уҡсылар див. 1449‑сы айырым элемтә ротаһы радиостанцияһының өлкән телеграфсыһы сержант Ғ. 1943 й. 27 сент. Украина ССР‑ы Сошиновка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1969) Бишкәк ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика