ҒӘБДРӘШИТОВ Фазулла Ғабдулла улы [25.10.1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Ҡандра а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 5.4.1975, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем һәм 1946 й. алып Туймазы, Бүздәк район ҡулланыусылар союздарының әҙерләү контораларында эшләй. 1942 й. авг. башлап Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкының станоклы пулемёт тоҫҡаусыһы гвардия рядовойы Ғ. 1943 й. 18 һәм 20 сент. Украина ССР‑ы Бегач, Березна һәм Лопатино аа. өсөн һәм 28 сент. Белорус ССР‑ы Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. Ғ. демобилизациялана. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика