АЙҘАРӘЛЕ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Айҙарәле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Тәтер й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920 — 764; 1939 — 1150; 1959 — 1114; 1989 — 777; 2002 — 833; 2010 — 711 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сәйет биҫтәһенең сауҙагәр татарҙары нигеҙ һала, 1751 й. билдәле. 1865 й. 72 йортта 400 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. А. Яңы Айҙарәле һәм Тәтербаш-Ибрай аа. (икеһе лә — А. бүлендек ауылдары) м‑н хәҙ. исеме йөрөткән бер ауылға ҡушылған. М.Ш.Сәғитдинов, М.Ғ.Сәфәров ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018