ҒАФАРОВ Шәмсетдин Шәйхетдин улы [16.8.1896, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ҡолсора а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 8.12.1937, Өфө], Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет‑поляк һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби-сәйәси мәктәбен тамамлаған (1924). 1915 й. алып рус армияһында, 1918 й. — Башҡорт ғәскәрендә, 1919—24 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1919 й. башлап Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының 1‑се Башҡ. (1919 й. окт. алып 5‑се Башҡ. совет, 1920 й. майынан 27‑се) кавалерия полкында хеҙмәт итә, 1921— 23 йй. Йылайыр кантоны хәрби комиссары ярҙамсыһы. 1924 й. алып Түбә руднигының бегун ф‑каһы (БАССР-ҙың Йылайыр кантоны) инспекторы, мөдире. 1929 й. башлап Өфө ведомство милицияһында хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Байраҡ (1921 й. февр. һәм дек.), почётлы ҡорал (ҡылыс) м‑н бүләкләнгән. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Н а с и р о в Р.Х. Ыласын йөрәклеләр //Муса батыр. Өфө, 1992; Я р м у л л и н А.Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012.

 

С.Ғөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика