ҒӘҮЕР АҠБУЛАТОВ (? — 1662, Өфө), башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы башҡорттарынан. 1662 й. Нуғай һәм Ҡазан даруғалары терр‑яһында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Өфө, Минзәлә һәм Өфө өйәҙенең башҡа торама пункттары эргәһендә хәрәкәт итә. Ярлыҡау һорап килгән баш күтәреүселәр тарафынан Ҡазан воеводаһы кенәз Ф.Ф.Волконскийға тотоп бирелә. Язалап үлтерелә.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика