ҒӘНИЕВ Ревмир Ғәле улы (18.11.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡабыҡҡыуыш а. — 7.5.2007, Өфө), тарихсы. Тарих ф. канд. (1961), проф. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1954) КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өлкә партия мәктәбендә уҡыта. 1956—62 йй. (өҙөклөк м‑н) һәм 1967—76 йй. (сектор мөдире) ТТӘИ‑лә эшләй, 1962—67 йй. БАХИ- ның КПСС тарихы каф. мөдире, 1976—2007 йй. БДПУ‑ла (1997 й. тиклем тарих каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралда совет власын урынлаштырыу тарихына арналған. 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Советы Башкирии в 1919—1920 годах (по материалам Уфимской губернии). Уфа, 1961; Очерки по истории Башкирской АССР. В 2 т. Т.2. Уфа, 1966 (авторҙ.); Очерки истории Башкирской организации КПСС. Уфа, 1973 (авторҙ.); История Уфы: краткий очерк. Уфа, 1981 (авторҙ.).

Г.Т.Хөсәйенова

Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика