ҒАЙСИН Хәсән Нәзир улы [8.5.1908, Ырымбур губ. шул уҡ исемле өйәҙе Ҡарай а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 12.8.1991, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931—41 йй. Көйөргәҙе р‑нының В.М.Молотов ис. к‑зында эшләй. 1942 й. июненән Калинин, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 51‑се армия 204‑се уҡсылар див. 700‑сө уҡсылар полкының пулемёт расчёты ком. сержант Ғ. 1944 й. 19 июне — 6 авг. Белорус ССР‑ы Витебск, Суйково, Литва ССР‑ы Подскрапишка, Расчинаи һәм Скопишкис торама пункттары өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) 1968 й. тиклем Күмертау р‑нының В.И.Молотов ис. к‑зында һәм Мораптал с‑зында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Ғ. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика