ГАЙДЫМ Иван Яковлевич [11.11.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Писаревка а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 24.6.1944, Белорус ССР‑ы Загромадино а.], Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РККА‑ның сәйәси составы (1942) һәм рота командирҙары (1943) курстарын тамамлаған. 1931—36 йй. Әлшәй р‑ны “Ҡыҙыл Запорожец” к‑зында эшләй. 1936—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап Балтик буйы, 2‑се һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы гвардия армияһы 71‑се гвардия уҡсылар див. 213‑сө гвардия уҡсылар полкының рота ком. капитан Г. 1944 й. 22 һәм 24 июнендә Белорус ССР‑ы Загромадино, Ильинцы һәм Шумилино торама пункттары өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Әлшәй р‑ны Раевка а. урамға Г. исеме бирелгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика