ГАЙДА Радола (ысын исеме Гейдль Рудольф; 26.2.1892, Котор ҡ., Австро‑Венгрия — 15.4.1948, Прага), хәрби эшмәкәр. Рус армияһының ген.‑лейт. (1919 й. ғин., июлдә мәхрүм ителә) һәм чехословак армияһының ген.‑лейт. (1924, 1926 й. мәхрүм ителә). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәпте тамамлаған (Париж, 1922). 1914 й. алып Австро-Венгрия армияһында, 1915 й. — Черногория армияһында, 1917 й. һәм 1919 й. рус армияһында, 1920—26 йй. чехословак армияһында. 1917—18 йй. Чехословак айырым корпусында хеҙмәт итә. 1919 й. ғин.—июлендә Себер армияһы командующийы. 1920 й. алып Чехословакияла йәшәй. 3‑сө (1919 й. апр.) һәм 4‑се дәрәжә (ш. уҡ йылдың ғин.; июлдә мәхрүм ителә) Изге Георгий, 2‑се дәрәжә ҡылыслы Изге Анна (1919) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Ideologie Сeskoslovensko fas˘ismu. Praha, 1931; General moje pameti. Сeskoslovenska anabase. Zpet na Ural proti bolsevikum. Admiral Kolсak. Brno, 1996.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика