АЙҘАРОВ Абдулғәлим Әхмәт улы (1883, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., — 1937), дәүләт эшмәкәре, педагог. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1905). 1905 й. алып Петропавловск, Ташкент ҡҡ. уҡытыусы, 1914 й. — Силәбе өйәҙ земство идаралығының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1918 й. — РСФСР‑ҙың Милләттәр эштәре б‑са ХК хеҙм‑ре. 1919—21 йй. АСБР мәғарифы халыҡ комиссары. 1921 й. башлап РСФСР Мәғариф ХК‑ның төрки бүлексәһе мөдире, РКП(б) ҮК‑ның аҙ һанлы милләттәр бүлегенең мосолман секцияһы ағзаһы, бер үк ваҡытта Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑ты (Мәскәү) уҡытыусыһы, 1922 й. алып Башглавполитпросвет, 1926 й. — Ырымбур башҡ. пед. техникумы мөдире, 1928 й. — “Башкнига” нәшриәте рәйесе, 1929 й. — Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең ғилми секретары һәм рәйес урынбаҫары, 1930 й. — Ырымбур татар‑башҡ. агропед. ин‑ты уҡытыусыһы, рабфагы директоры. АСБР уҡытыусылары съезын йыйыу һәм 1920 й. “Мәғәриф эштәре” ж. (ҡара: “Башҡортостан уҡытыусыһы”) булдырыу, кантон үҙәктәрендә ҡыҫҡа ваҡытлы пед. курстар ойоштороу инициаторы. Башҡ. фольклоры, башҡорт теленең орфографияһы, башҡ., ҡарағалпаҡ һәм үзбәк телдәренең сағыштырма орфографияһы б‑са фәнни хеҙмәттәр, ш. уҡ рабфактар һәм техникумдар өсөн 10‑дан ашыу дәреслек һәм уҡыу‑методик әсбап авторы. 1937 й. репрессиялана, аҡлана.

Әҙәб.: Рахимкулова М.Ф. Медресе “Хусаиния” в Оренбурге. 2‑е изд., доп. Оренбург, 1997.

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018