ҒАФУРИ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Ғафури район мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры. Ғафури р‑ны Красноусол а. урынлашҡан. 1972 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1994 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштергән әҫәре – “Ай тотолған төндә”. 1972—2011 йй. 45‑кә яҡын спектакль ҡуйыла: “Башмағым”, Н.Асанбаевтың “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” һәм “Рәйсә+Фәйзи”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Балаҡайҙарым”, “Игеҙәктәр”, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмириҙең һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектакле,  М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, “Киске табын”, Ә.М.Мирзаһитовтың   “Әсәләр көтәләр улдарын”, Н.Нәжмиҙең “Күршеләргә ҡунаҡ килгән”, К.Ғ.Тинчуриндың “Зәңгәр шәл” спектаклдәре һ.б. Коллектив составында А.Ш.Абдуллин, И.Х.Абсатарова, А.М.Баймөхәмәтов, Г.Т.Бәширова, Н.Р.Вәлиев, Ә.Ә.Ғәзизов, Х.М.Нәзиров, Э.Н.Насирова, Ф.А.Садиҡова, Р.З.Ураҙғолов, Д.М.Ураҙғолова, Р.Р.Хәбибуллина һ.б. Спектаклдәрҙе БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре З.Ә.Зәйнәшева һәм Ә.Ғ.Исҡужина (1‑се художество етәксеһе), А.М.Смирнова сәхнәгә ҡуя; сәхнәне художестволы биҙәүсе – Р.Ш.Хәкимов; муз. яҡтан биҙәүсе – Р.А.Степанов. Респ. драма коллективтары смотры (1972, 1979), Еңеүҙең 40 йыллығына арналған фестиваль (1985; бөтәһе лә — Өфө), “Алтын тирмә — Золотая юрта” халыҡ театрҙары фестивалдәре (Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ-Миәкә а., 2000; Дүртөйлө ҡ., 2003)  лауреаты.  

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика