ҒАФАРОВ Фидан Сафа улы (12.10. 1947, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Яңы Уртай а.), актёр. РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1980) һәм ТР‑ҙың (1994) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1966; И.Х.Йомағолов курсы) БАДТ актёры. Сағыу индивидуаллеккә эйә, башлыса лирик‑драматик һәләтле актёр. Матур ҡиәфәте, йыр‑моңға, хистәргә бай булыуы Ғ. иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырырға һәм 1970—80‑се йй. Башҡорт драма театрының популяр актёры булып китергә мөмкинлек бирә: Илһам (“Мөхәббәт тураһында йыр”, Ә.Ҡ.Атнабаев; дебют, 1968), Хәлил (“Ғәлиәбаныу”), Булат (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тиңсурин), Заһир (“Ғәлиә”, Т.Таһировтың ш. уҡ исемле повесы б‑са Р.В.Исрафилов пьесаһы), Камил (“Айһылыуҙың айлы кистәре”), Зөлҡәрнәй (“Тиле йәшлек”; икеһе лә — И.Ә.Абдуллин). Ғәлимйән (“Башмағым”), Альберт Маратович (“Алдан түләйем!”, Н.М.Птушкина) һ.б. ролдәре сағыу үҙенсәлеге м‑н айырыла. М.Кәрим әҫ. б‑са ҡуйылған спектаклдәрҙә төрлө пландағы ролдәр айырыла: Ричард Галин (“Айгөл иле”), Уҡап (“Салауат. Өн аралаш ете төш”), Эрот (“Ташлама утты, Прометей!”), Ҡотләхмәт (“Ҡыҙ урлау”), Зубков (“Ярлыҡау”, ш. уҡ исемле повесть б‑са Исрафилов инсценировкаһы), Мәрәһим (“Яҙмыштарҙан уҙмыш бар”, “Оҙон‑оҙаҡ баласаҡ” повесы б‑са Исрафилов инсценировкаһы). “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”) к/ф (“Мосфильм”, 1980) Алтындуға ролен уйнай. Эстрадала сығыш яһай. Ғ. репертуарында Н.Нәжми һүҙҙәренә Р.М.Хәсәновтың “Ҡышҡы романс”, “Өфө йүкәләре”, Р.Й.Ғарипов шиғырына В.С.Мөхәмәҙиевтең “Йүрүҙән” йырҙары. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1981).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика