ҒАРИФУЛЛИН Рим Карам улы (24.9.1943, БАССР-ҙың Ғафури р-ны Ҡотлоғужа а.), хор артисы (тенор). БР-ҙың халыҡ (1992), БАССР-ҙың (1981) атҡ. артисы. Өфө сәнғәт уч-щеһын (1970; А.А.Матвеев класы), ӨДСИ‑не (1978; Л.Г.Менабени класы) тамамлаған. 1969 й. алып Хор капеллаһы артисы. Репертуарында башҡ., урыҫ һәм сит ил комп. хор өсөн әҫәрҙәренән яңғыҙ партиялар: И.Х.Йомағолов һүҙҙәренә Т.Ш.Кәримовтың “Торналар”, Я.Ҡолмой һүҙҙәренә Ш.Ш.Ибраһимовтың “Уралым”, Д.Д.Хәсәншиндең “Халыҡ тормошо күренештәре” ораторияһы һәм халыҡ һүҙҙәренә “Салауат тураһында йырҙар” оратория‑симфонияһы, Р.Ә.Мортазин эшкәртеүендәге башҡ. халыҡ йыры “Ағын һыу”, К.Д.Бальмонт тәржемәһендә Э.По һүҙҙәренә С.В.Рахманиновтың “Ҡыңғырауҙар” (“Колокола”) вокаль‑симфоник поэмаһы, В.А.Моцарт Реквиемы, И.С.Бахтың “Магнификат” ораторияһы, Ф.Шуберттың Месса соль миноры һ.б. Респ. вокалистар конкурсы (1962), Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға респ. йәш йырсылар конкурсы (1973) лауреаты.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика