ЕР КАДАСТРЫ, ерҙәрҙең тәбиғи, хужалыҡ һәм хоҡуҡи хәле т‑дағы системалаштырылған мәғлүмәттәр йыйылмаһы. Ер төҙөлөшө һәм ерҙе баһалау эше мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлә. Е.к. төп документтары — Берҙәм дәүләт ер реестры, кадастр эштәре һәм кадастр карталары (пландары). Е.к. алып барыуҙың норматив нигеҙе булып 1992 й. 25 авг. Дәүләт Е.к. алып барыу т‑да положение, 1997 й. 21 июлендәге “Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт ойошмаларында теркәү һәм уның менән килешеүҙәр төҙөү тураһында”, 2007 й. 24 июлендәге “Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһында” федераль закондар һ.б. иҫәпләнә. Башҡортостан терр‑яһындағы ерҙәрҙең майҙаны һәм сифаты, уларҙың хоҡуҡи режимы т‑да иң тулы мәғлүмәттәр тәүге тапҡыр Генераль ыҙанлау һөҙөмтәһендә алына. 1917 й. һуң ерҙе ҡулланыусылар реестрын, ер майҙандарын иҫәпкә алыу, 1970 й. алып уларҙың сифатын баһалау б‑са эш алып барыла. 1970 й. 1 июлендәге РСФСР Ер кодексы тәүге тапҡыр илдә дәүләт Е.к. алып барыуҙың маҡсатын, бурыстарын, йөкмәткеһен һәм тәртибен билдәләй. Кадастр ерҙе ҡулланыусыларҙың теркәлеүен, ерҙең майҙанын һәм сифатын иҫәпкә алыуҙы, тупраҡты бонитировкалауҙы һәм ерҙәрҙе иҡтисади яҡтан баһалауҙы үҙ эсенә алған. Кадастр алып барыу тәртибе билдәләнгән һәм ер баһалау эштәре башланған. Респ. терр‑яһында “ВолгоНИИгипрозем” ин‑тының Башҡ‑н дәүләт ер төҙөлөшө проект-тикшеренеү пр‑тиеһы тарафынан 1972 й., 1979 й., 1984 й., 1989 й. тупраҡты бонитировкалауҙың һәм ауыл хужалығы ерҙәрен иҡт. яҡтан баһалауҙың, шулай уҡ а.х. пр‑тиеларын хужалыҡ эсендә баһалауҙың 4 туры үткәрелә. 2001—05 йй. “Башземоценка” ДУП‑ы һәм “Эксперт-Оценка” ЯАЙ тарафынан бөтә категория ерҙәрен дәүләт кадастр баһалауы башҡарыла (ҡара: Ер фонды). 1997 й. алып дәүләт Е.к. алып барыуҙың автоматлаштырылған системаларын булдырыу б‑са программалар тормошҡа ашырыла. БР терр‑яһы Башҡортостан кадастр округын тәшкил итә, ул 75 кадастр районына бүленә. Уларҙың сиге респ. район һәм ҡалаларының адм. сиге м‑н тап килә. Респ. дәүләт Е.к. эше “Рәсәй реестрының Федераль кадастр палатаһы” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалы һәм БР б‑са Дәүләт теркәүе, кадастры һәм картографияһы федераль хеҙмәте идаралығы тарафынан ғәмәлгә ашырыла.

Әҙәб.: Государственный (национальный) доклад о состоянии и использовании земель Республики Башкортостан в 2010 году. Уфа, 2011.

Н.Р.Йәнбухтин, И.Д.Стафийчук, И.С.Хохлов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика