ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич (17.2.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Озерский а., хәҙ. БР‑ҙың Дыуан р‑ны Озеро а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1987), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2001). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Свердловск өлк. мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1961 й. алып Шадринск пед. ин‑тында уҡыта, 1966 й. — Липецк пед. ин‑тының тарих каф. мөдире, 1971 й. — Ульяновск пед. ин‑тының СССР тарихы каф. мөдире. 1981 й. башлап Екатеринбургта эшләй: СССР ФА Урал фәнни үҙәгенең Иҡтисад ин‑тында (өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. алып сектор мөдире), 1988 й. башлап РФА‑ның Урал бүлексәһе Тарих һәм археология ин‑тында (сектор мөдире, 1999 й. алып баш ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре Уралдың соц.-иҡт. тарихына, 19 б. 2‑се ярт. – 20 б. башында тау сәнәғәте һәм эшселәр синыфы үҫешенә, 19 б. – 20 б. башында Уралдың сәнәғәт үҙәктәрендә экология проблемаларына арналған. 550 фәнни хеҙмәт авторы. В.Н.Татищев һәм Г.В. де Геннин ис. (1999), П.И.Рычков ис. (2003) пр. лауреаты.

Хеҙм.: Рабочие Урала в период домонополистического капитализма. 1861—1900 (численность, состав, положение). М., 1985; Горнозаводский Урал ХVII—ХХ вв.: избранные труды. Екатеринбург, 2005; Металлургия Урала с древнейших времён до наших дней. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика