АЙҘАҠАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Ҡарлыхан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 419 кеше; 1920 — 629; 1939 — 485; 1959 — 439; 1989 — 284; 2002 — 338; 2010 — 336 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (25 йортта 170 кеше йәшәгән) билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Дуҫмөхәмәт, Хәбби һәм Хәбибулла Айҙаҡаевтар билдәле. 1865 й. 55 йортта 336 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018