ВЯТКИН Михаил Порфирьевич (21.8.1895, Ырымбур ҡ. — 7.12.1967, Ленинград), тарихсы. Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1954), тарих ф. д‑ры (1944), проф. (1945). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1965). Петроград ун‑тында уҡыған (1913—17), Томск ун‑тын тамамлаған (1921). 1917—18 йй. — Шадринск реаль уч‑щеһында, 1922—33 йй. Ленинград мәктәптәрендә һәм вуздарында уҡыта. 1934 й. алып СССР ФА Тарих ин‑ты Ленинград бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1957—67 йй. директоры; бер үк ваҡытта Ленинградтың бер нисә вузында уҡыта, 1945—57 йй. Ленинград пед. ин‑тының СССР тарихы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре күсмә халыҡтар тарихына һәм Рәсәйҙең соц.‑иҡт. тарихына (атап әйткәндә, 20 б. башында Уралда тау сәнәғәте үҫешенә) арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. лауреаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Емельян Пугачёв. Л., 1951; Горнозаводской Урал в 1900—1917 гг. М.; Л., 1965; Социально-экономическое развитие Средней Азии: историогр. очерк. Фрунзе, 1974.

Әҙәб.: М.П.Вяткин. Учёный. Человек. Учитель: к 100‑летию со дня рождения. СПб., 1996.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика