ГӘРӘЕВ М. МУЗЕЙЫ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейы, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. урынлашҡан. 1991 й. ойошторола, 2006 й. тиклем Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1992 й. М.Ғ.Гәрәевтең тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы асыла. Шул уҡ р‑ндың Ташшишмә а. филиалы бар (Гәрәев йәшәгән йорт тергеҙелгән). Музей фондында 3,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Гәрәевтең шәхси әйберҙәре, фото- һәм документаль материалдар, портреты (рәссамы Р.М.Нурмөхәмәтов), Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы совет осоусыһы ҡоралы һәм хәрби экипировкаһы өлгөләре, Ил‑2 самолёты моделе, ш. уҡ БМВ мотоциклы (1939 й. сығарылған), немец һалдаты ранецы һәм башҡа улъя әйберҙәре. 2 залда урынлашҡан экспозиция Геройҙың үҫмер йылдарына, биографияһының һуғыш һәм унан һуңғы осорҙарына арналған. Экспозицияның үҙәк өлөшөн 1944 й. Ҡырым операцияһындағы хәл иткес алыштарҙың береһен һүрәтләгән “Һабынтауҙы штурмлау” диорамаһы (1‑се зал) һәм Гәрәевтең Өфөләге фатирындағы әйберҙәр нигеҙендә тергеҙелгән эш кабинеты макеты (2‑се зал) биләй.

Р.М.Камалов, Е.Ҡ.Шафиҡова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика