ҒӘНИЕВ Фәдис Рәхимйән улы (11.2.1967, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Мулла а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1997) артисы. 1989 й. алып һәм 1998 й. — Башҡ. филармонияһы эстрадаһының, 1992 й. — “Планета” концерны эстрада бригадаһының (Өфө), 1996 й. — Стәрлетамаҡ филармонияһының солист-йырсыһы. Йомшаҡ һәм яғымлы тембрлы, тәьҫирле тауышҡа эйә. Репертуарында Н.Ә.Дауытов, С.Ә.Низаметдинов, Р.Х.Сәхәүетдинова һ.б. йырҙары; башҡ. (“Сәлимәкәй”, “Уйыл”) һәм татар (“Сарман”, “Шахта”) халыҡ йырҙары. Мәскәүҙә (1997, 2007), Төркиәлә (Истанбул ҡ., 2006) БР көндәрендә, “Петербург һабантуйы” халыҡ байрамында (С.‑Петербург, 2008) ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. “Татар йыры” Бөтә Союз башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Ҡазан, 1991).

Э.Әәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика