ҒӘНИЕВ Хәмит Хәкимйән улы (22.10.1938, Өфө — 10.2.1983, шунда уҡ), график. Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлаған (1966; педагогы А.М.Кудрявцев), 1973—75 йй. ӨДСИ-ла уҡыған. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). Акварель техникаһы, пейзаж, портрет, натюрморт жанрҙарында эшләй. Рәссамдың ижади алымы төҫ һәм һыҙаттарҙың нескә ярашыуы м-н айырылып тора. 70-се йй. “Суздаль. Ҡыңғырауҙар сыңлай”, “Көньяҡ урам” картиналарын, “Мила” (1970), “Аҡ кейемле ҡыҙ” (1972) портреттарын, “Ләлә сәскәләре” (1979) натюрмортын ижад итә. Ғ. ижади мираҫының күп өлөшө Урал һәм Башҡортостанға арналған: “Тауҙарҙа кис” (1978), «Көҙ. “Дуҫлыҡ” нефть үткәргесе» (1979), “Ауыл пейзажы” (1981) һ.б. Индустрия темаһына үҙенсәлекле ҡарашын (“Эш сменаһы”, “Нефть һаҡлағыс”, “Төнгө обход”, бөтәһе лә — 1974) триптихында күрһәтә, уға фантастик мотив һәм төҫ ритмдары динамикаһы хас. Ғ. тарафынан йыйылған биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре коллекцияһы (яҡынса 100 предмет) БДХМ һәм “Оҙайлы һаҡлыҡ фонды” ААЙ (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) йыйылмаһына индерелгән. 1968 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1972). Эштәре БДХМ‑да һаҡлана.

В.М.Сорокина

       Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика