ВОСТРЕЦОВ Степан Сергеевич  (17.12.1883, Өфө губ. Бөрө өйәҙе  Казанцево а., хәҙ. БР‑ҙың Борай р‑ны  Вострецов а., — 3.5.1932, Новочеркасск  ҡ., Дондағы Ростов ҡ. ерләнгән),  революция хәрәкәте эшмәкәре.  Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында  ҡатнашыусы. РККА‑ның  Хәрби акад. эргәһендәге (Мәскәү,  1924) һәм Хәрби‑сәйәси акад. эргәһендәге  (Ленинград, 1930) командирҙар  составын камиллаштырыу курстарын  тамамлаған. 1895 й. — Өфө  т. юл оҫтаханаларында, 1901—06 йй.  Омск, Силәбе ҡҡ. һәм Өфө губ. ш. уҡ  исемле өйәҙе Ҡытаутамаҡ ҡасабаһы  заводтарында эшләй; 1912—14 й. Казанцево  а. тимерсе. 1906—09 йй. һәм  1914 й. башлап рус армияһында, прапорщик  (1917); 1918 й. алып Ҡыҙыл  Армияла. 1918 й. башлап Көнсығыш  һәм Көнбайыш фронттарҙа 27‑се уҡсылар  див. 242‑се уҡсылар полкы ком.,  1920—23 йй. Алыҫ Көнсығыш респ.  Халыҡ‑революцион армияһының ғәскәрҙәр  төркөмө командующийы.  1927 й.  алып — 27‑се Омск, 1928 й. башлап —  Перекоп уҡсылар див., 1929—30 йй.  Айырым Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ Көнсығыш  армияһының 18‑се һәм 1931 й.  алып 9‑сы уҡсылар корпустары командиры.  2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә  Георгий тәреләре, Ҡыҙыл Байраҡ орд.  (1920, 1920, 1923, 1923) м‑н бүләкләнгән.  Тыуған ауылына, Борай р‑нындағы  колхозға, Бөрө, Владивосток,  Магадан,  Новосибирск, Өфө һәм Силәбе  ҡҡ. урамдарға уның исеме бирелгән.  Борай һәм Вострецов аа. В. —  һәйкәл, Өфө тепловоздар ремонтлау  з‑ды идаралығы һәм тимерлек цехы  биналарына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.  1983—2009 йй. Борай р‑ны  Яңы Бикмәт а. В. музейы эшләй. 

Әҙәб.: К л а д т А.П., Ф а в с т о в Г.А.  Четыре ордена. М., 1958; Я н г у з о в З. Комкор  С.С.Вострецов. Уфа, 1985; К у з н е ц о в Б.  Путь отваги и побед //Генералы Башкортостана.  Уфа, 1995.

 Ю.А.Узиков

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика