АЙҒЫРЪЯЛ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 10 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 76 кеше; 1920 — 280; 1939 — 391; 1959 — 382; 1989 — 222; 2002 — 203; 2010 — 188 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Златоуст өйәҙендә Дыуан‑Мәсетле а. (хәҙ. Мәсетле р‑ны) кешеләре нигеҙ һала. Һуңыраҡ ш. уҡ өйәҙҙең Бурансы, Яуыш/Иҫке Яуыш аа. кешеләре килеп урынлаша. Шулай уҡ Яңы Мәсетле, Яңы ауыл исемдәре м‑н билдәле булған.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018