ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА Наилә Ғизетдин ҡыҙы (3.1.1946, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Тирәкле а.), диктор. БР‑ҙың халыҡ артисы (1993), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1981). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1965; Р.С.Сыртланов курсы) “Башҡортостан” ДТР‑нда, бер үк ваҡытта 2001—10 йй. “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында эшләй. Йомшаҡ, тәьҫирле тауышҡа эйә. Ғ. хислелек, тәбиғилек, артислыҡ хас. ТВ‑ла әҙәби‑муз. (“Моң шәлкеме”, “Музыкаль тулҡындар”, “Сәнғәт әһелдәре”), мәғлүмәти (“Панорама”, “Башҡортостан”), балалар өсөн (“Күңелле станциялар”, “Шарлауыҡ”) тапшырыуҙар, “Минең әкиәттәрем” телеконкурсын һ.б. алып бара. “Башҡортостан радиоһы”нда “Шиғриәт минуттары”, “Һеҙҙең өсөн, ветерандар”, “Бөтә йөрәктән”, “Ваҡыт даръяһы” әҙәби-муз. һ.б. тапшырыуҙарҙы алып барыусы.

В.Г.Жерехов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика