ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Фәтхелислам Ғәйнислам улы [1.1.1920, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Исай а. (БР-ҙың Нуриман р-ны) – 23.4.1995, Өфө], актёр, режиссёр. РСФСР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1980), БАССР- ҙың атҡ. артисы (1957). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр- художество уч-щеһын (1940; Х.Бохарский, Ғ.С.Саттаров курсы), РСФСР Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курсын (1961, Ленинград) тамамлаған. 1940 й. алып Дәүләкән колхоз-совхоз театры актёры, 1947 й. — Ҡыйғы (ҡара: Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры), 1949 й. — Баймаҡ (ҡара: Сибай башҡорт драма театры) колхоз‑совхоз театрҙары, 1952 й. — Салауат башҡ. драма театры, 1967—87 йй. Сибай башҡ. драма театры актёры, реж., баш режиссёры. Ғ. ижад иткән образдар хислелек, нәфислек м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Салауат Юлаев (Я.В.Апушкин һәм Б.Бикбайҙың ш. уҡ исемле пьесаһында), Ниязғол бай (Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы б-са Л.В.Вәлиевтең ш. уҡ исемле спектакле), Байтирәков (“Утлы өйөрмә”, Ә.М.Мирзаһитов), Рәсүлев (“Ихлас әңгәмәләр”, Н.Асанбаев һәм Ф.А.Әсәнов) һ.б. Режиссёр булараҡ тәү башлап 1948 й. Ҡыйғы колхоз-совхоз театрында “Салауат” [Апушкиндың “Салауат йәки Бер ус көл” (“Салават, или Горсть пепла”) пьесаһы б-са] спектакле м‑н сығыш яһай. Режиссёрлыҡ эшмәкәрлеге башында милли традициялар м‑н байытылған соц.‑көнкүреш театры принциптарына эйәрә. Салауат башҡорт драма театрында Н.Асанбаевтың “Беҙгә егеттәр килде”, М.А.Хәйҙәровтың “Ирәндек”, Н.Нәжмиҙең “Саҡырылмаған ҡунаҡ” пьесалары б-са ҡуйылған спектаклдәренә лиризм һәм йәнлелек хас. Сибай башҡ. драма театрында ҡуйылған С.М.Мифтаховтың “Зимагорҙар” һәм “Һаҡмар”, Р.С.Янбулатованың “Байрамбикә”, Н.Асанбаевтың “Зәйтүнгөл” постановкаларында төп иғтибарҙы персонаждарҙың эске донъяһын асыуға йүнәлтә. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1955, 1970) орд. м‑н бүләкләнгән.

Һ.С.Сәйетов, З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика