ҒӘЛИМОВА Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы [5.4.1933, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Аҡкүҙ а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 12.5.2009, Өфө], йырсы (лирик-драматик сопрано). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. артисы. Урал консерваторияһын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1964; Н.И.Уткина класы). 1963—88 йй. БДОБТ солисы. Йырсының башҡарыу сәнғәте сағыу сәхнә темпераменты һәм драматик һәләт, акад. вокал үҙенсәлектәре һәм башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларының аһәңле берҙәмлеге м‑н айырылып тора. Ғ. тауышына сафлыҡ, аныҡлыҡ, тембр буяуҙарының байлығы хас. Төп партиялары: Шәүрә (“Шәүрә”; дебют, 1963), Аида (Дж.Вердиҙың ш. уҡ исемле операһы), Татьяна (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский-Корсаков), Микаэла (“Кармен”, Ж.Бизе), Әминә (“Салауат Юлаев”), Гөлзифа (“Ағиҙел тулҡындары”) һ.б. 23 опера партияһын, ш. иҫ. Гөлсөм (“Замандаштар”), Гөлйөҙөм (“Дауыл”), Ҡуйһылыу (“Урал илселәре”) партияларын, тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарына З.Ғ.Исмәғилевтең М.Кәрим һүҙҙәренә ижад ителгән “Үлемhеҙлек” вокаль-симфоник поэмаһы, Х.Ф.Әхмәтовтың, Н.Ғ.Сабитовтың вокаль циклдары һәм балладалары, башҡ. комп. йырҙары һәм романстары ингән. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Г.Л.Ғәлимова

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика