ҒӘЛИМОВА Венера Хәким ҡыҙы (1.10.1937, Өфө), балет артисы. РФ-тың атҡ. (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1975) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1956; педагогы Н.В.Балтасиева) 1976 й. тиклем БДОБТ солисы; 1985—2011 йй. Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография колледжында уҡыта. Нескә лиризм м‑н берләшкән классик бейеү техникаһына эйә булыу Ғ. ижадының лирик-романтик һәм трагедиялылыҡ йүнәлешен билдәләй. Төп партиялары: Гөлнара (“Корсар”; дебют, 1957), Жизель (ш. уҡ исемле балет, икеһе лә — А.Адан), Никия (“Баядерка”, Л.Ф.Минкус), Маша (“Щелкунчик”, П.И.Чайковский), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта”, С.С.Прокофьев), Ғәлимә (“Ҡара йөҙҙәр”, Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаев) һ.б. Концерт репертуарында К.Глюк, Ф.Лист, С.В.Рахманинов музыкаһына хореографик миниатюралар. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. артистары Т.Н.Краснова, А.В.Хәсәнова, Г.Р.Хәлитова.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика