ҒӘЛИМОВ Хәбир Латип улы (5.2.1905, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Лағыр а.,  хәҙ. БР-ҙың Салауат р-ны, – 20.2.1996, Өфө), йырсы (лирик‑драматик тенор). РСФСР‑ҙың (1947) һәм БАССР-ҙың (1942) атҡ. артисы. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын (1938; Н.И.Сперанский класы) тамамлағандан һуң БДОБТ, 1955—65 йй. Башҡ. филармонияһы солисы. Башҡортостанда опера башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Яғымлы тембрлы нәфис тауышлы, сағыу һәләтле лирик йырсы. Уның ижадына акад. һәм халыҡсан башҡарыу оҫталығына берҙәй эйә булыу, тәбиғи ябайлыҡ хас. Төп партиялары: Паолино (“Йәшерен никах” — “Тайный брак”, Д.Чимароза), Юлай (“Һаҡмар”, М.М.Вәлиев), Йомағол (“Ашҡаҙар”, А.А.Эйхенвальд), Юлай (“Айһылыу”, Вәлиев һәм Н.И.Пейко), Салауат Юлаев (З.Ғ.Исмәғилевтең ш. уҡ исемле операһы). Барон (“Тирмәнсе ҡыҙы”; дебют, 1938), Тарауыл (“Аҡбуҙат”), Мәргән (“Мәргән”, Эйхенвальд), Шатморат (“Ҡарлуғас”, Н.К.Чемберджи) партияларын, Х.Ф.Әхмәтов, Вәлиев, Х.К.Ибраһимов, Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин, К.Й.Рәхимовтың байтаҡ вокаль әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары: “Азамат”, “Буранбай”, “Ғайса ахун”, “Зөлхизә”, “Сәлимәкәй”, “Таштуғай”, “Урал”, “Элмәлек” һ.б.; башҡ., урыҫ һәм сит ил комп. әҫәрҙәре. СССР һәм Төньяҡ Корея буйлап гастролдәрҙә була. Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Бикбай Б. Халыҡ йырсыһы Хәбир Ғәлимов. Өфө, 1965; Галимуллина Р.Г. Творческий портрет заслуженного артиста России и Башкортостана Хабира Галимова //Национальные вокальные школы России. М., 1998.

Г.Л.Ғәлимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика