ҒӘЛИМОВ Дамир Мәзит улы (24.4.1944, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түбә ҡсб), режиссёр. РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1970). Юғары проф. мәҙәниәт мәктәбен (Ленинград, 1966), Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙм‑рҙәрен яңынан әҙерләү ин‑тын (Мәскәү, 1994; М.М.Новохижин курсы) тамамлаған. 1960—62 йй. Октябрҙең 40 йыллығы ис. Мәҙәниәт һарайының (Сибай ҡ.) ҡурсаҡ театры етәксеһе, 1966—67 йй. һәм 1972—77 йй. башҡ. театрының дир., 1967—68 йй. художество етәксеһе, 1977—81 йй. режиссёры. 1981—87 й. Сибай ҡала халыҡ депутаттары советы башҡарма ком‑тының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 1969—72 йй. Сибай драма театрының художество-постановка бүлеге мөдире, 1987 й. алып художество етәксеһе (бер үк ваҡытта 1998 й. тиклем дир.), бер үк ваҡытта 2000—04 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһының Сибай филиалында уҡыта. Ғ. художество алымы халыҡ ижады поэтикаһына яҡын. Спектаклдәренең режиссёрлыҡ партитураһында йыш ҡына сәхнә әҫәрҙәренә метафоралылыҡ биреүсе халыҡ байрамдары һәм йолалары элементтары урын ала. Ижади ҡаҙаныштары Сибай башҡорт драма театры м‑н бәйле: “Һөйәркәңде шкафҡа йәшер” (дебют, 1992), “Төн, йәки Һәҙиә менән Рәми”, “Упҡын ситендә” (бөтәһе лә — Н.Ғәйетбай), “Гүргә инер сер ине” (Р.М.Кинйәбаев). З.А.Биишеваның “Тылсымлы ҡурай”, Т.Ә.Ғәниеваның “Тамарис”, Ф.М.Бүләковтың “Һөйәһеңме—һөймәйһеңме?” сәхнә тамашаларын театр йәмәғәтселеге юғары баһалай.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика