ВОРОШИЛОВ К.Е. ИСЕМЕНДӘГЕ ЮҒАРЫ ХӘРБИ АКАДЕМИЯ, 1936 й. Мәскәүҙә ойошторола, хәҙ. РФ Ҡораллы Көстәре Ген. штабының Хәрби академияһы. 1941 й. нояб. — 1942 й. нояб. Өфөлә урынлаша. Ошо осорҙа генералдар, адмиралдар һәм офицерҙарҙың 3 сығарылышы була (300 кеше). Академияның нач.: ген.- лейт. Е.А.Шиловский (1941—42), ген.- лейт. Г.К.Маландин (1942 й. март— апр. вазифа башҡарыусы; 1958—61), ген.‑полк. Ф.И.Кузнецов (1940 й. июль—авг. һәм 1942—43). Өфөлә акад. урынлашҡан биналарҙың береһенә (Гоголь урамы, 34) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика