ВОЛКОНСКИЙ Пётр Фёдорович (?—1649), кенәз, дәүләт эшмәкәре. Окольничий (1645). 1630 й. алып — Кострома ҡ., 1633 й. башлап Бежецкий Верх ҡ. воеводаһы. 1636— 39 йй. Өфө воеводаһы. 1636 й. — себер татарҙары, 1639 й. ҡалмыҡтар м‑н һөйләшеүҙәр алып бара, һөҙөмтәлә Рус дәүләтенең Көньяҡ-Көнсығыш сиктәренә татар сапҡындары туҡтатыла, ҡалмыҡтарҙың иһә Рус дәүләтенә ҡушылыу т‑дағы үтенес яҙыуын батшаға биреүҙән баш тарта. 1639 й. — Пелым ҡ., 1640 й. — Переяславль‑Рязанский ҡ., 1641—42 йй. Путивль ҡ. воеводаһы.

 В.Н.Моратова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика