ҒӘЛИМОВ Айҙар Ғәни улы (23.2.1967, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Мәҙәниәт а.), йырсы. БР‑ҙың (2011) һәм ТР‑ҙың (2008) халыҡ артисы, БР‑ҙың (1995) һәм ТР‑ҙың (1996) атҡ. артисы. БДУ‑ны (1993), Ҡазан пед. ун‑тын (2001) тамамлаған. 1990 й. алып “Авангард” мәҙәниәт йортондағы “Азамат” вокаль‑инструменталь ансамбле йырсыһы, 1993 й. башлап “Айҙар” театр‑студияһы (икеһе лә — Өфө) дир. һәм художество етәксеһе. Тауышы бәрхәттәй яғымлы тембр м‑н айырыла, башҡарыу манераһына әҫәрлелек һәм эскерһеҙлек хас. Йырсының репертуарында башҡ., татар, урыҫ һәм сит ил композиторҙарының эстрада йырҙары, ш. уҡ башҡ. (“Абдрахман кантон”, “Ирәндек”, “Ҡара юрға”,“Сыбай ҡашҡа”, “Төйәләҫ” һ.б.) һәм татар (“Магнита”, “Яңғыҙ ҡайын”, “Һағынам, дуҫтар” һ.б.) халыҡ йырҙары. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (АҠШ, Төркиә, Үзбәкстан, Финляндия, Швеция һ.б.) гастролдәрҙә була. “Татар йыры” Халыҡ‑ара эстрада фестивале (2001—11), “Ете йондоҙ” Халыҡ‑ара телевизион йыр фестивале (2006—07; бөтәһе лә — Ҡазан) лауреаты. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4—5‑се саҡырылыш депутаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2017).

Әҙәб.: Камская С.Т. Айдар Галимов: “Всё ещё только начинается…”. Казань, 2001.

Г.Ә.Ғәлимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика