ЖИТНИКОВ Владимир Павлович (5.2.1950, Өфө), инженер‑физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) ӨДАТУ‑ла эшләй: 1980—85 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. алып информатика сараларын проектлау каф., 2005 й. — компьютер математикаһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре математик физика, гидродинамика һәм машина эшләү технологик процестарын моделләүгә арналған. Ж. билдәһеҙ сиктәрҙәге һыҙыҡлы булмаған шартлы сик мәсьәләләрен сисеүҙең һан‑аналитик алымдарын уйлап таба, “һауа түшле” аппараттарҙың гидродинамик үҙенсәлектәрен, электрохимик үлсәүле эшкәртеүҙең параметрҙарын иҫәпләү программаларын әҙерләй. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Прецизионная электрохимическая обработка импульсным током. Уфа, 2003 (авторҙ.); Импульсная электрохимическая размерная обработка. М., 2008 (авторҙ.); Моделирование течений весомой жидкости с применением методов многокомпонентного анализа. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Э.А.Мухачёва

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке