ҒӘЛИЕВА Мәғфирә Ильяс ҡыҙы [24.12.1928, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Урта Муйнаҡ а. (БР-ҙың Ейәнсура р-ны) — 3.10.2016, Өфө], йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2011), БАССР-ҙың атҡ. (1965) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1953; В.Ф.Карев класы) 1978 й. тиклем Башҡ. филармонияһы солисы. Ғ. күкрәк төбөнән ағылған көслөтауышҡа, яғымлы тембрға һәм аһәңлелеккә эйә, башҡарыу манераһы тәбиғи артислыҡ, кәүҙәләнеш маһирлығы, сәхнә һөйкөмлөлөгө м-н айырылып тора. Репертуарында башҡ. композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, “Алты егет”, “Орсоҡ”, “Тәнәкәй” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары. Н.Ғәлиевтеңйырҙарын, ш. иҫ. Ш.Бикҡол һүҙҙәренә “Өс егет йөрөй артымдан”, “Яраттым мин рус егетен” һ.б. тәүге башҡарыусы. 1965—78 йй. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы И.П.Яунзем етәкс. әҙерләнгән “Донъя халыҡтары йырҙары” (“Песни народов мира”, 60 телдә) программаһы м-н сығыш яһай. СССР, Афғанстан һәм Пакистан буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (Мәскәү, 1964) дипломанты. 1992 й. алып Ейәнсура р-нында Ғ. ис. призға Асыҡ башҡ. йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үткәрелә.

В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика