ҒӘЛИЕВ Фирҙәт Ғәзиз улы [3.1.1965, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Яҡшембәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], актёр. БР‑ҙың халыҡ (2006) һәм атҡ. (1997) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1989; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) Милли Йәштәр театры актёры, 1998 й. алып “Башҡортостан” ДТРК‑ның радиотапшырыуҙар студияһы дикторы, 2000 й. Башҡ. филармонияһы дир. урынбаҫары, 2001 й. башлап БАДТ актёры, 2004 й. — “Башҡортостан” ДТРК “Даирә” ижади берекмәһе комментаторы. Төрлө яҡлап һәләтле актёр. Милли Йәштәр театрындағы төп ролдәре: хан улы Ҡадирбирҙе (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”, М.А.Буранғолов; дебют, 1990), Тимер (“Буш сәңгелдәк”, И.Х.Йомағолов), Байыш (“Салауат”, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са); Башҡорт драма театрында: Йәноҙаҡ (“Нәркәс”, Йомағолов), Жорж (“Минең ҡатынымдың исеме Морис”, Р.Шарт). Ғ. сағыу әкиәт персонаждары образдарын тыуҙыра: Аҡбай (“Ауыл эте Аҡбай”, “Аҡбай ниңә күңелһеҙ?”; икеһе лә — Т.Ғ.Миңнуллин), Ярымтыҡ (“Алтын балта”, С.Р.Сурина; бөтәһе лә — Милли Йәштәр театрында). Т/ф ролдәре: Журналист (“Мадам Баттерфляй”, 1991), Тыр-тыр (“Тубырса һәм Сыртлыҡай”, 2000), Зәки Вәлиди (“Янсыҡ”, 2002; бөтәһе лә — “Башҡортостан” ДТРК) һ.б. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (1996).

Р.Ғ.Хоҙайғолова

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика