ҒӘЛИЕВА Ләлә Нәүфәл ҡыҙы (25.8.1961, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). ӨДСИ‑не тамамлаған (1983; педагогы М.А.Назаров). Рәсем сәнғәте, графика, скульптура өлкәһендә эшләй. Ғ. тыуҙырған образдар еңелсә ирония м-н һуғарылған, йыш ҡына гротеск стилендә (“Кеше башҡалар кеүек”, 1981; “Казанова”, 1992), халыҡ сәнғәтенә һәм артыҡ ябайлыҡҡа тартым (“Анемон”, 1991; “Наполеон”, 1995). “Экспромттар” 5 графика миниатюралар серияһы (1982— 85) һәм “Силенциум” альманахы өсөн (1990-сы йй.; бөтәһе лә — тушь, ҡанат) иллюстрациялары виртуоз башҡарылыуы м‑н айырылып тора. 1989 й. алып юғары т‑рала яндырыу, төҫ биреү, ыҫлау файҙаланып әүәләү техникаһында эшләй (“Аҡһөйәктәр йыйыны”, “Мәҙәк кешеләр”, икеһе лә — 1993—2000, авторҙың фарфор массаһы, глазурь; “Метафизик”, 1999 й. алып, шамот, эмаль). “Март” (1991; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ижади төркөмө ағзаһы. 1980 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1994 й. алып Белорет, Бөрө, Өфө, Екатеринбург, Мәскәү, Галле (Германия), Денизли (Төркиә), Рига ҡҡ. 20‑гә яҡын шәхси күргәҙмәһе үткән. Эштәре БДХМ, “Мираҫ”, “Урал” (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), ш. уҡ Рәсәйҙең башҡа галереяларында һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Л.Шестов ис. пр. лауреаты (С.-Петербург, 1991).

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2-й респ. выст. /авт.-сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002.

Ә.Ш.Насретдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика