ВОЛКОВ Николай Иванович [25.5.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡананикольский а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 23.10.1983, Магнитогорск ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авг. алып Сталинград, Дон, Көньяҡ‑Көнбайыш, 2‑се, 3‑сө һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 58‑се гвардия уҡсылар див. 175‑се гвардия уҡсылар полкы пулемётсыһы гвардия сержанты В. 1945 й. 25 ғин. Оппельн ҡ. (Германия) төньяҡ‑көнбайыштараҡ Одер й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. аҙ. демобилизациялана. 1946 й. алып — Йылайыр р‑нында, 1960 й. башлап Магнитогорск ҡ. эшләй. Ленин (1945), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Магнитогорскиҙа урам һәм мәктәп В. исемен йөрөтә.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика