ҒӘЙФУЛЛИНА Эльвира Хәйретдин ҡыҙы (10.6.1950, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ.), хор дирижёры. Проф. (1997). РФ‑тың (1998) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ артисы (2009). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1989). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1976; М.П.Фоменков класы) 1980 й. тиклем 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында уҡыта, бер үк ваҡытта 1978 й. алып БАССР Хор йәмғиәте хоры етәксеһе. 1980 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта (1994—2001 йй. хор м‑н дирижёрлыҡ итеү каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1980—92 йй. студенттар хоры етәксеһе, 1995—2010 йй. урта махсус муз. колледжы уҡытыусыһы һәм 1984 й. алып БДОБТ‑тың, бер үк ваҡытта 2003 й. — Анкара опера һәм балет театрының (Төркиә), 2006 й. — Екатеринбург акад. опера һәм балет театрының, 2007 й. башлап “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең баш хормейстеры. Ғ. ҡатнашлығында 50‑нән ашыу опера спектакле ҡуйыла, шулар араһында Дж.Вердиҙың “Трубадур” һәм “Травиата”, Дж.Пуччиниҙың “Чио-чио-сан” һәм “Богема”, П.И.Чайковскийҙың “Мазепа”, “Ҡарға дама” (“Пиковая дама”) һәм “Евгений Онегин”, Н.А.Римский-Корсаковтың “Ҡарһылыу” (“Снегурочка”), З.Ғ.Исмәғилевтең “Аҡмулла”, “Замандаштар”, “Ҡаһым түрә”, “Салауат Юлаев” һәм “Шәүрә”, С.Ә.Низаметдиновтың “Ҡара һыуҙар”, “Ай тотолған төндә” һәм “Memento” опералары. БДОБТ‑ның Ғ. етәкс. иткән хоры репертуарында Рәсәй һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәре: Прокофьевтың “Иван Грозный” ораторияһы, Д.Д.Шостаковичтың “Ун өсөнсө симфония”һы (“Тринадцатая симфония”) һәм “Степан Разинды язалау” (“Казнь Степана Разина”) кантатаһы, Л.Керубини Реквиемы, Г.В. Свиридовтың “Әйтелмәгән мөғжизә” (“Неизречённое чудо”) дини йырҙары, Б. Бриттендың “Хәрби реквием” (“Военный реквием”), К.Орфтың “Carmina burana”, Дж.Россиниҙың “Stabat Mater” әҫәрҙәре һәм башҡалар. Ғ. етәкс. тәүге тапҡыр Н.Ә.Дауытов, Р.Ғ.Ҡасимов, Низаметдинов, Р.Н.Сабитовтың һ.б. хор әҫәрҙәре башҡарыла. Уҡыусылары араһында Н.Н.Иҡсанова.

Әҙәб.: Уфимскому государственному институту искусств — 25 лет: сб. ст. Уфа, 1993.

М.П.Фоменков

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика