ВОЙЦЕХОВСКИЙ Сергей Николаевич (16.10.1883, Витебск ҡ. — 27.4. 1951, Иркутск өлк. Шевченко а. янында), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Рус армияһының ген.‑лейт. (1919), чехословак армияһының армия ген. (1929). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1912). 1904— 17 йй. һәм 1919—21 йй. рус армияһында, 1921—38 йй. чехословак армияһында. 1917 й. авг. — 1919 й. ғин. Чехословак айырым корпусында хеҙмәт итә. 1918 й. майынан Силәбе (июндән Көнбайыш, июлдән Урал, авг. алып Екатеринбург), окт. алып Һамар ғәскәрҙәре төркөмө командующийы. 1919 й. ғин. башлап 2‑се Өфө армия корпусы командиры, майҙан Өфө ғәскәрҙәре төркөмө, авг. алып Икенсе армия, 1920 й. ғин. — Мәскәү ғәскәрҙәре төркөмө командующийы, март—апр. Алыҫ Көнсығыш армияһының баш командующийы. 1921 й. алып Чехословакияла йәшәй. 1945 й. майында Прагала совет контрразведкаһы органдары тарафынан ҡулға алына, 1946 й. 25 йылға иркенән мәхрүм ителә. 3‑сө (1919) һәм 4‑се (1919) дәрәжә Изге Георгий, 3сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се, 3сө һәм 4‑се дәрәжә (1905) Изге Анна, 2се һәм 3‑сө дәрәжә (1912) Изге Станислав орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: П л о т н и к о в И.Ф. Александр Васильевич Колчак: исследователь, адмирал, Верховный правитель России. М., 2003.

 И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика