ҒӘЙФУЛЛИНА Рәсимә Риф ҡыҙы (4.5.1964, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Нәсибаш а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2002) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1989; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) — Йәш тамашасы театры (ҡара: Милли Йәштәр театры), 1991 й. алып “Нур” Өфө татар театры актрисаһы. Төрлө пландағы актриса, эскерһеҙлек м‑н ярашҡан нескә үҙенсәлеккә, йырлау һәләтенә эйә. Ижадына бөтә яҡлап дөрөҫлөккә ынтылыш, художество һәм психологик сараларҙы талапсан һайлап ҡулланыу хас. Шулай уҡ Айская псевдонимы аҫтында сығыш яһай. Төп ролдәре: Кинйә (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”, М.А.Буранғолов; дебют, 1990, Йәш тамашасы театры), Сәрүәр (“Башмағым”, Т.Ғиззәт һәм Й.Фәйзи), Мәүлә (“Аҙашҡан күңел”, М.Фәйзи), Софья Хановна (Ғ.Исхаҡиҙың “Көҙ” повесы б‑са И.А. Мөхәмәтғәлиевтең ш. уҡ исемле инсценировкаһы), Жаннет (“Киске табын”, М.Кәрим), Сафия (“Еҙнәкәй”, Х.К. Ибраһимов) һ.б.

 Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика