ЖЕРНАКОВ Владимир Сергеевич (8.8.1944, Дәүләкән ҡ.), инженер-механик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), техник ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999), БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1992), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй: 1982 й. алып лаб. мөдире, 1993—2003 йй. фәнни эштәр б‑са проректор, бер үк ваҡытта 1994 й. башлап материалдар ҡаршылығы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге деформацияланыусы ҡаты есем механикаһы м‑н бәйле. Ж. тығыҙлыҡ, һығылмалылыҡ, шыуыусанлыҡ теорияларының һәм авиация конструкцияларының төп элементтарына ҡарата емерелеү механикаһының фундаменталь һәм ғәмәли мәсьәләләренең сиселештәрен тәҡдим итә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре БР‑ҙың һәм РФ‑тың авиация һәм машина эшләү пр‑тиеларында конструкция деталдәрен иҫәпләп сығарыу һәм яһау б‑са тармаҡ документтарында файҙаланылған. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 87 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сопротивление разрушению элементов разъёмных соединений высоконагруженных конструкций. М., 2000 (авторҙ.); Метод конечных элементов в геометрически нелинейных задачах теории тонких упругих оболочек. М., 2002 (авторҙ.); Ресурс и надёжность резьбовых соединений. М., 2003 (авторҙ.).

Ю.С.Первушин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке