ҒӘЙФУЛЛИН Эдуард Зөфәр улы (27.10.1945, Өфө), фаготсы. РФ‑тың атҡ. артисы (2009), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1974; Я.Ф.Шуберт класы). 1972—84 йй., 2003—05 йй. БДОБТ оркестры артисы, 1986—87 йй. урта махсус муз. колледжы (Өфө) дир., 2012 й. алып уҡытыусыһы, 1984 й. алып, 1987 й. һәм 2011 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта (1990—94 йй. вокаль-инструменталь башҡарыу ф-ты деканы). 2001 й. — Мәскәү хәрби консерваторияһы, 2002 й. алып РФ Оборона министрлығының 1‑се айырым күрһәтмә оркестры (Мәскәү) артисы. 2004—05 йй. Сүриәлә эшләй.

Ғ. башҡарыу сәнғәте тәьҫирлелек, тауыштың асыҡ һәм матур яңғырашы м‑н айырылып тора. Репертуарында классик һәм хәҙ. заман музыкаһының яңғыҙ башҡарыу, ансамбль һәм оркестр өсөн, ш. иҫ. К.М.Вебер, А.Вивальди, А.Б.Луппов, В.А.Моцарт, С.С.Прокофьев әҫәрҙәре. Р.Р.Йыһановтың Фортепиано, кларнет һәм фагот өсөн триоһында, Фагот һәм фп. өсөн концертында, А.Р. Йәнекәеваның Фагот һәм фп. өсөн скерцоһында, Ф.М.Ғафуровтың Фортепиано, кларнет һәм фагот өсөн триоһында фагот партияларын тәүге башҡарыусы. Мәскәүҙә БР көндәрендә ҡатнаша (1997). Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Италия, Мысыр, Португалия, Таиланд, Төркиә һ.б.) гастролдәрҙә була.

 

И.М.Солтанов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика