ВӘЛИЕВ Сәлих Шәйбәк улы [22.10. 1912, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ғүмәр а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Ғүмәр а.) — 12.10.1970, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1943). Өлкән лейт. (1944). 1939—40 йй. совет‑фин һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1942). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июленән Көнбайыш, Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 309‑сы уҡсылар див. 957‑се уҡсылар полкы взвод ком. кесе лейт. В. 1943 й. 24 сент. Украина СССР‑ы Балыко‑Щучинка а. янында Днепрҙы аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында В. — һәйкәл, Өфөләге ул йәшәгән йортҡа һәм Иҫке Ғүмәрҙәге мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика