ГАЙСЛЕР Зоя Павловна [22.1.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Шыланны а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны)], рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). М.И.Калинин ис. Мәскәү художестволы сәнәғәт уч‑щеһын тамамлаған (1958). 1950 й. алып Өфөнөң художестволы кәсеп артелдәрендә эшләй, 1963—92 йй. «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсептәре» ПБ рәссамы.

Башҡортостанда өбөрөлө балаҫ һуғыуҙы (ҡара: Биҙәү-ҡулланма сәнғәте) индергән тәүге рәссам һәм оҫта. Башҡ. орнаменты традицияларына, этностың биҙәү мәҙәниәте үҙенсәлектәренә таянып, Г. милли балаҫтың (ҡара: Балаҫ һуғыу, Туҡыусылыҡ) заманса өлгөләрен, стилистикаһын эшләй, ҡабатланмаҫ эскиздарын  ижад итә. Г. етәкс. өбөрөлө балаҫ техникаһында Н.С.Хрущёв (1960), В.И.Ленин (1974) портреттары м‑н келәмдәр, “Совет Башҡортостаны” (1960), “Ете ҡыҙ” (1971) келәмдәре һ.б.; шыма йөн туҡыманан балаҫ һуғыуҙың һайланма техникаһында “Башҡортостан йондоҙҙары” (1971), “Ҡояшлы Башҡортостан” (1972), “Еңеүҙең 40 йыллығы” (1985) һ.б. келәмдәр, ш. уҡ япмалар, бәләкәй келәмдәр, буй балаҫтар һуғылған. Республикала балаҫ туҡыусылыҡ оҫталарын әҙерләүгә ҙур өлөш индерә (ҡара: “Ағиҙел” ДУП‑ы). 1960 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре Милли музейҙа, “Ағиҙел” ДУП‑ы музейында (Өфө), Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейында (Мәскәү) һаҡлана.

Әҙәб.: Янбухтина А.Г. Башкирские сувениры = Башҡорт сувенирҙары. Уфа, 1982.

Ә.Ғәнбухтина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика