ҒАЙСИН Бәхти (Бәхтиғәни) Миңлейәр улы (24.1.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны 1‑се Яңы Атйетәр а., хәҙ. БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Кешәнне а., — 5.10.1991, Өфө), аккордеонсы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1986), БАССР‑ҙың халыҡ (1962) артисы. Башҡ. муз. уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1953; И.П.Фоменков класы) БАДТ, 1961—90 йй. Башҡ. филармонияһы концертмейстеры. Башҡарыу стиле дәртлелек, көйҙө тәрән аңлау, тауыш төрлөлөгөнөң байлығы м‑н айырылып торған үҙенсәлекле һәм талантлы музыкант‑импровизатор. Репертуарында үҙенең әҫәрҙәре һәм башҡ., татар халыҡ көйҙәренең эшкәртмәләре. “Хәҙерге заман бейеү көйҙәре темаһына фантазия” (“Фантазия на темы современных плясовых мелодий”), “Байрам маршы” (“Праздничный марш”), “Вальс”, “Чабандар” һ.б. инструменталь пьесалар; Г.Х. Зәйнәшева һүҙҙәренә “Ҡара мыйыҡ”, Ә.Баян һүҙҙәренә “Ике аҡҡош”, Ә.Ҡ.Атнабаев һүҙҙәренә “Ниңә, иркәм?” популяр йырҙар (ҡара: Вокаль музыка) авторы. Ф.Й.Ҡудашеваның эстрада төркөмө эргәһендәге проф. инструменталь ансамблде ойоштороусы һәм уның муз. етәксеһе. СССР, ГДР, Финляндия, Франция буйлап гастролдәрҙә була. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. урамға һәм балалар муз. мәктәбенә Ғ. исеме бирелгән; Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Йырҙар. Өфө, 1980.

В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика