ВӘЛИЕВ Абдулла Хәбибулла улы [1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны 2‑се Баҡай а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а., — 1943 й. окт., Киев (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 24.1.1944, Ленинград өлк. Туганицы а.) янында], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. ғин. алып Воронеж Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армия 280‑се уҡсылар див. 1031‑се уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусыһы рядовой В. 1943 й. 13 июлендә Курск өлк. 257‑се ҡалҡыулыҡ өсөн һуғышта һәм 25 сент. Украина ССР‑ы Окуниново а. Көньяҡ‑Көнбайышта Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Баҡайҙа урта мәктәпкә В. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика