ВЕТОШНИКОВ Георгий Александрович (19.4.1918, Өфө — 9.3.1946, Баҡы), Советтар Союзы Геройы (1944). 1938 й. Хәсән күле янындағы ҡораллы бәрелештә, 1939—40 йй. совет- финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Өфө яҙыу машиналары з‑дында эшләй. 1938—40 йй. һәм 1941 й. июненән Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. алып Көнбайыш, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 12‑се армия 5‑се понтон күпер бригадаһы 100‑сө айырым понтон күпер батальонының күпер взводы ком. кесе лейтенант В. 1943 й. 26 сент. Украина ССР‑ы Губенское а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә урамға В. исеме бирелгән, Баҡыла Геройға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Иванов В. Огонь памяти //Времени неподвластно. Уфа, 1978. 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика