ВЕРИГИН Михаил Федотович (1771— 14.1.1848), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1809), ген.- майор (1799). Дворяндарҙан. 1788— 90 йй. рус-швед һуғышында ҡатнашыусы. Император ҡоро ер шляхта кадет корпусын тамамлаған (С.‑Петербург, 1789). 1789—1809 йй. рус армияһында. 1797 й. алып Хәрби коллегияның Инспектор экспедицияһында хеҙмәт итә. 1809—11 йй. Ырымбур граждан губернаторы. 2‑се дәрәжә Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән (1807).

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика