Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GAISA-ahun.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/G/GAISA-ahun.jpg'

“ҒАЙСА АХУН”, “Ғайса”, “Ғайса батыр”, “Илсе Ғайса”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр И.В.Салтыков тарафынан 20 б. 20‑се йй. яҙып алына, “Башҡорт көйҙәре” [“Башкирские мелодии”; “2‑се йыйынтыҡ” (“Сборник №2”) булараҡ билдәле; ӨДСА‑ның фольклор кабинетында һаҡлана] ҡулъяҙма йыйынтығына инә. “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйын‑ тығындағы тәүге баҫмаһы — 1943 й. Х.Ф.Әхмәтов тарафынан Баймаҡ р‑нында Х.М.Әхмәтовтан яҙып алынған варианты. Йыр варианттарын төрлө йылдарҙа З.Ғ.Исмәғилев, К.Й.Рәхимов, М.М.Сәғитов, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. яҙып ала. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Урал аръяғының уҡымышлы дин әһелдәренең береһе Ғ.Ф.Рәсүлев исеме м‑н аталған. Йыр тексының нигеҙендә Ғайсаның русяпон һуғышында (190405) булған сағында бер туған ағаһы Мусаның вафаты т‑да хәбәр алғандан һуң яҙған бәйеттәре һәм мөнәжәттәре ята. Йырҙың көйөнә киң диапазон, ижектәрҙе һуҙып боролоштар м‑н биҙәкләп йырлау хас. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, Ф.Х.Бикбулатов, И.М.Ғәзиев, Х.Л.Ғәлимов, Ф.Й.Ҡудашева, Х.Й.Мәжитов, З.Ғ.Мәхмүтов, Ф.Ғ.Ноғоманова. “Ғ.а.” йырын Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: Г а л и н С.Ә. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. Өфө, 1996; Н а с ы р о в Р.Х. Династия Расулевых //Религии в Башкортостане: история и современность. Уфа, 1999.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика