ҒӘЙНЕТДИНОВ Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы (22.4.1946, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Миҙәт а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Яңыбай а.), баянсы. БАССР-ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1977) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1975; В.Ф.Беляков класы). 1967— 96 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1983—85 йй. Н.Ғ.Сабитов ис. 1‑се балалар муз. мәктәбе дир. (Өфө), 1989 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта. Ғ. Башҡарыу оҫталығын юғары профессионализм һәм сағыу импровизаторлыҡ һәләте айырып тора. Башҡ. халыҡ музыкаһын, халыҡтың башҡарыу традицияларын белеү музыканттың үҙенсәлекле стилен билдәләй. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары һәм үҙе эшкәрткән инструменталь көйҙәр: “Ауыл көйҙәре” (“Деревенские наигрыши”), “Ҡарабай”, “Бишек йыры” (“Колыбельная”), “Көй”, Халыҡ темаларына фантазия һ.б. Ленинградта (1969), Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981); Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978), Татар (1989) АССР‑ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша. Донъяның 20 илендә гастролдәрҙә була. “Йәдкәр” фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй халыҡ инструменттарында башҡарыусылар конкурсы (Тула ҡ., 1986), Халыҡ- ара фольклор конкурсы (Өфө, 1991) дипломанты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1991).

Әҙәб.: И ш м о р а т о в а Л. Миңләхмәт баянсы //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

 

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика