ВЕДЕРНИКОВ Николай Степанович [18.6.1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Тәтешле а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны) — 29.12.2011, Чернушка ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Чкалов өлк. Ҡыуандыҡ р‑нында колхозда эшләй. 1943 й. июленән Брянск, 1‑се Белоруссия, 1‑се Украина һәм 2‑се Алыҫ Көнсығыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы армия 273‑сө уҡсылар див. 969‑сы уҡсылар полкының пулемёт расчёты ком. өлкән сержант В. 1944 й. авг. Висла й. аша сыҡҡанда һәм 1945 й. 14—18 февр. Штригау ҡ. һәм 10 мартта Бреслау ҡ. (Германия) өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Пермь өлк. Чернушка р‑нының В.М.Азин ис. с‑зында эшләй. 2 Ленин (1945, 1976), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. В. исеме Үрге Тәтешле а. урамға бирелгән, Чернушкалағы Дан аллеяһында уға бюст ҡуйылған. 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика